+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Август 2020, 23:25

Ялан батырҙары өсөн

Район Мәҙәниәт йорто агитбригадаһының яҙғы сәсеү һәм урып-йыйыу кампаниялары ваҡытында ялан батырҙары ҡаршыһында сығыш яһау йолаһы элек-электән йәшәп килә. Бөгөнгө көндәрҙә лә агитбригада ошо матур йоланы дауам итеп, район хужалыҡтарына бара һәм бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сығыш яһай.

Унда игенселәр тураһында йырҙар, күңелгә үтеп инерлек көй-моңдар һәм дәртле бейеүҙәр бар. Бына бөгөн, 25 августа ла, коллектив райондың Суйынсы-Николаевка ауылында «Ҡанаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Суйынсы ауылында «ШЭ Ғабдрахманов Ғ.Б.» фермер хужалығы игенселәре алдында сығыш яһаны. Игенселәр тураһында йырҙар башҡарған Н. Греценгер, И. Мусина, М. Петрова һәм Ф. Хәйретдиновтарҙың сығышы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Шулай уҡ музыканттар Р.В. Рогив, Ю.В. Амолькин, Ф.Б. Хәйретдиновтар башҡарыуындағы көйҙәр ялан батырҙарының кәйефен күтәрҙе. Игенселәр Г. Килмөхәмәтованың дәртле бейеүҙәрен дәррәү алҡыштарға күмде. Улар һәүәҫкәр атистарға күңелле ял минуттары бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм тағы ла килеүҙәрен теләп ҡалды.
Читайте нас: