Тоҙлоҡ: 7 стакан һыуыҡ һыу, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ (өйөп), 1 стакан 9 процентлы аш һеркәһе.
Тоҙ, шәкәр ҡомо иреп бөткәнсе болғатырға ла банкаға ҡыярҙар өҫтөнә ҡойорға.
Банкаларҙы һыулы һауытҡа ултыртып, ҡайнап сыҡҡас, 12-15 минут тоторға. Ҡалай ҡапҡас менән ҡапларға. Таҙа итеп йыуылған банкаларҙы һәм ҡапҡастарҙы стерилләштерергә лә кәрәкмәй.