+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Август 2020, 13:45

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Салаттарға үҫемлек майын тоҙ, һеркә һәм боростан һуң ғына һалығыҙ. Онотмағыҙ: тоҙ майҙа эремәй.

► Ризыҡ турай торған таҡталарҙы һеркә һалынған һыу менән таҙартып тороғоҙ. Аҙыҡ-түлекте таҙа таҡтала эшкәртегеҙ.
► Ҡайнар компотты тиҙерәк һыуытырға теләһәгеҙ, кәстрүле менән һалҡын һыу һалынған ҙурыраҡ кәстрүлгә ултыртығыҙ.
► Ҡарабойҙай бутҡаһы тәмле булһын өсөн уның һыуы ярманан ике тапҡыр күберәк булырға тейеш. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡаплағыҙ. Бутҡаны башта тиҙ утта, шунан һүрән утта бешерергә кәрәк.
► Балыҡ бешергәндә тәмһеҙ еҫ сыҡмаһын өсөн янына петрушка, сельдерей һалырға кәрәк. Шулай уҡ башлы һуған да булыша.
► Вағыраҡ макаронды бешеп сыҡҡансы ҡайнатмағыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, макаронды һалып бутағыҙ ҙа газды һүндереп, кәстрүл ҡапҡасын ҡаплағыҙ. 10 минуттан әҙер була.
Читайте нас: