+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2020, 17:50

1 сентярҙән яңы тәртип ғәмәлгә инә

Мәғлүм булыуынса, быйыл сентябрҙән граждандарҙың айырым категорияларына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация түләү тәртибе үҙгәрә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ошо яңылыҡҡа аңлатма бирҙе.
– Республикала 664 мең кеше граждандарҙың льготалы категорияларына ҡарай. Улар – һуғыш, хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалидтар, ишле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, тыл эшсәндәре, чернобылсылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, – тине Ленара Хәким ҡыҙы. – Сентябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация льготалы кешенең фактик сығымына ҡарап түләнә. Уның күләме льгота категорияһына, торлаҡ майҙанына, ғаилә составына, иҫәп-хисап приборы булыу-булмауға, торлаҡтағы уңайлыҡтар кимәленә бәйле буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡулланыу нормативтары менән сикләү ҙә ҡаралған. Һәр кешегә айлыҡ аҡсалата компенсация шәхсән иҫәпләнә.
Тағы ла бер мөһим мәл: торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы булғандарға компенсация бирелмәй. Улар ике ай эсендә бурысын түләргә йәки ресурстарҙы һаҡлау ойошмаһы менән бурысты ҡайтарыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш.
Әйткәндәй, ғаиләнең коммуналь хеҙмәттәргә сығымы ошондай сығымдың максималь билдәләнгән күләменән артып китә икән, льготалы категорияға инмәгән граждандар ҙа субсидия алыу хоҡуғына эйә. Уның күләме төрлөсә: ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн – 13 процент, яңғыҙ йәшәгән 70 йәштән өлкәнерәк кешеләргә – 16, 70 йәшкә тиклемге пенсионерҙарға – 18, ҡалған категориялар өсөн – 20 процент.
Фото: ok.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: