Икра өсөн бәшмәктең һәр төрө лә бара. Бәшмәктәрҙе таҙартып йыуғас, үҙегеҙ теләгәнсә турап, тоҙло һыуҙа 10-15 минут ҡайнатып алырға. Дуршлагка һалып сайып, һарҡҡас, ит үткәргес аша үткәрергә.
Һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе таҙалап йыуып, ҡырғыс аша ҡырырға. Һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырғас, бәшмәктәрҙе өҫтәп, тәменсә тоҙ һәм ҡалған майҙы, лавр япрағы һалып, яҡшылап болғатып, бер сәғәт быҡтырырға.
Иң һуңынан дүрт теш һарымһаҡты ваҡ ҡына турап өҫтәргә һәм ун минут самаһы тағы ла быҡтырырға.
Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.