+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Август 2020, 15:15

«Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре

Башҡортостандан Шәйхисламовтар ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡты.

«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бик күп ғаиләләр ҡатнашты. Һәр ғаилә үҙенсә уникаль һәм үҙенсәлекле. Мәҫәлән, «Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияһында бейеүселәр, медиктар, уҡытыусылар һәм, хатта, болан ҡараусыларҙың ғаилә династиялары ҡатнашҡан. Шулай, Магадан өлкәһенән болан ҡараусылар Явьек һәм Айваландарҙың ғаиләләре Эвенск ҡасабаһының этномәҙәни үҙәгендә күн сеймалды эшкәртеү, уларҙан кейемдәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, йәштәрҙе маут (арҡан) ташларға һәм нарталар эшләргә өйрәтә; Белгород өлкәһенән алты ул тәрбиәләгән Мартынов-Ступаковтар ғаиләһе «Күп балалылыҡ тураһында асыҡтан-асыҡ» тигән үҙҙәренең блогын алып бара. Ә Төмән өлкәһенән йәштәр – Чаюн ғаиләһе ете быуындарының шәжәрә ағасын төҙөй алған. Томск өлкәһенән бергә 70 йыл ғүмер кисереүсе Юрьевтар ғаиләһе – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Еврей автоном өлкәһенән Кейвандар ғаиләһе тыуған ауылдарын төҙөкләндереүгә ҙур өлөш индерә, ә Башҡортостандан Алтын ғаилә Шәйхисламовтар – сиҙәм ерҙәрен күтәреүселәр. Быйыл улар «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға ризалыҡ биргән. Һәм еңеп сыҡҡан! «Алтын ғаилә» номинацияһында.
Шәйҙулла һәм Рәйсә Шәйхисламовтар бергә 65 йыл татыу ғүмер кисергән. Ауыр һуғыш йылдарын иңдәрендә татыған,сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә ҡатнашҡан, һуңынан бөтә ғүмерҙәрен колхозда хеҙмәт һалған, өс ул тәрбиәләп үҫтергән.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар уртаҡ бәхет теләйбеҙ.
"Моя Уфа| Новости" төркөмө материалдарынан.
Фото: шул уҡ төркөмдән.
Читайте нас: