+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Август 2020, 10:15

Дәүләкән районында аяныслы үлем осрағы теркәлгән

Был юл фажиғәһе тураһында үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битендә Төбәк дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерә

Кисә, 28 августа, Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылында өлкән йәштәге влосипедсы һәләк була. Уның 64 йәштә булыуы, велосипеды менән идара итеүен юғалтып, трактор тағылмаһының тәгәрмәстәре аҫтында ҡалыуы билдәле.Был турала үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битендә Төбәк дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов белдерә.
Алынған күп һанлы тән йәрәхәттәренән ир уында уҡ йән бирә. Әлеге юл-транспорт фажиғәһе буйынса тикшереү эштәре башланған. Үлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана.
Әлегә ир велосипеды менән идара итеүен ҡапыл юғалтып, уҙып барыусы трактор тағылмаһының тәгәрмәстәре аҫтына йығылғындыр, тип фаразлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тракторсы туҡтап өлгөрмәй һәм хәл аяныслы тамамлана.
Галина Бурдилева.
https://asilikyl.rbsmi.ru/articles/sobytiya-i-fakty/V-Davlekanovskom-rayone-mugchinu-postigla-strashnaya-smert-431567/
Читайте нас: