+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2020, 14:05

100 йәшлек ветеранды үлтереүселәр ҡулға алынды

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты ҡанһыҙ рәүештә үлтереү эше асыҡланды. Эске эштәр министрлығының БР буйынса Енәйәттәрҙе тикшереү идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Эске эштәр министрлығы һәм Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәренең оператив эше һөҙөмтәһендә ошо ауыр енәйәтте ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе ике кеше ҡулға алынған.

9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүҙе ауылында булған енәйәт бөтә ауыл халҡын тетрәндерҙе. Ғәйепләнеүселәр яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙың ҙур суммала аҡсаһы булыуын белеп ҡала. Улар ветеранға һөжүм итергә планлаштыра. Төнөн яңғыҙ йәшәүсе олатайҙың йортона инеп, уға һөжүм итәләр. Ветеранды айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән үлтереүҙәре билдәле – уны язалағандар һәм башын лом менән бәреп ярғандар.
Ауыр йәрәхәттәрҙән пенсионер йән бирә. Артабан һөжүм итеүселәр йортта тентеү уҙғара. 1 миллион һумға яҡын аҡса тапҡас, улар ҡасып китә.
Башҡортостанда енәйәтселәрҙе эҙләү иғлан ителә, ветеранды үлтереүсе вәхшиҙәр тураһында мәғлүмәт еткереүсегә 500 мең һум бүләк ҡарала.
Енәйәт эше ҡуҙғатыла. Айырыуса ауыр енәйәтте асыу республиканың эске эштәр министры полиция генерал-лейтенанты Роман Деевтың даими күҙәтеүе аҫтына алына.
«Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды. Тикшереү эштәре барышында зыян күреүсенән урланған һәм енәйәтселәр тарафынан йәшереп ҡуйылған аҡсалар урманда табылды», - тип хәбәр иттеләр БР буйынса Тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Бөйөк ватан һуғышы ветераны Иван Несмеянов 2019 йылдың 12 ноябрендә үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләй. Байкал аръяғы фронты составында милитаристик Японияға ҡаршы һуғыша. Иң иҫтә ҡалған алыштарының береһе – Маньчжурия операцияһы. Әүҙем тормош алып бара, тыуған Ләүҙе ауылының йәмәғәт тормошонда ҡатнаша, күп уҡый, мәктәптәрҙә батырлыҡ дәрестәре уҙғара, көн һайын йәйәү йөрөргә сыға торғайны, тип һөйләнеләр Ҡыйғы районы хакимиәтендә. Ветеранды һуңғы юлға ҙур хөрмәт менән оҙаталар.
Фото: Башинформ.
Читайте нас: