+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2020, 15:35

Дәүләкән ҡалаһы үҙәге оҙаҡламай ныҡ үҙгәрәсәк

Ҡалабыҙҙың Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыуҙың иң яҡшы проекттар конкурсында еңеүе билдәле булды.

Был конкурсҡа Ҡалаларҙы үҫтереү институты, Проект төркөмө 8 һәм ZARF төркөмөнөң яҡын киләсәктә Дәүләкән ҡалаһының ниндәй буласағына битараф булмаған инициативалы дәүләкәндәр менән берлектә әҙерләнгән проекты тәҡдим ителде. Алда – ҡала халҡы менән берлектә проектты ентекле әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу.
2021 йылда Мәжит Ғафури урамында төҙөлөш эштәре башланасаҡ. Проект тимер юл вокзалы майҙанын, үҙәк паркты, ҡала майҙанын һәм яр буйын төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала.
Әлеге проекттың үҫеше тураһында http: //gorod.love/davlekanovo сайтынан белә алаһығыҙ.
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: