-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2020, 14:15

Коронавирус тураһындағы яңылыҡ өсөн яза юҡҡа сығарылды

Башҡортостандың Юғары суды Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуарға штраф рәүешендә бирелгән язаны юҡҡа сығарҙы.

Эшҡыуар март айында район дауаханаһында коронавирусҡа шик менән ике пациенттың булыуы тураһында социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең битендә яҙып сыға. Дәүләкән районы хакимиәте полицияға мөрәжәғәт итә. Эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Суд процесы барышында ир ул ваҡытта уның ҡулында районда 10 кешене (улар араһында ирҙең таныштары ла була) коронавирусҡа шик менән дауаханаға һалыуҙарын раҫлаусы сығанаҡтар булыуы тураһында һөйләй. Бынан тыш, эшҡыуарҙың COVID-19-ға шик булған таныштарының береһе йән бирә.

Район суды бизнесмындың ғәйебен таный. Уға 30 мең һум штраф һалына. Дәүләкән үҙәк район дауаханаһынан ул ваҡытта дауаханала зарарланыусыларҙың булмауы тураһында белешмә килтерелә. Бынан һуң эшҡыуар аппеляцияға бирә.

Аппеляция судында адвокат бизнесмендың социаль селтәрҙәрҙә мәғлүмәт яҙған ваҡытта алған мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөнә тулыһынса ышанғанын белдерә. Бынан тыш, прокуратура һәм полиция таратылған мәғлүмәттең халыҡҡа ниндәйҙер ҡурҡыныс, зыян тыуҙырғанын, улар араһында тәртипһеҙлектәргә килтергәнен раҫлай алмай.

Фото: Башньюс.

Читайте нас: