+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2020, 15:30

Велосипедсы ҡатнашлығында – юл фажиғәһе. Һөҙөмтәһе үкенесле

Уҙған аҙнала Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылында велосипедсы ҡатнашлығында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде.

Урында йәшәүсе идара иткән транспорт сараһы арба тәгәрмәсе аҫтына эләгә. Һөҙөмтәлә – ир һәләк була.
Был юл ҡағиҙәләрен үтәмәгән велосипедсыларҙың аварияға эләгеүенең берҙән-бер осрағы түгел. Тик уҙған аҙнала ғына Дәүләкән районында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өс велосипедсы асыҡланды. Уларға 800 һум күләмендә штраф янай. Үлем осрағы, әлбиттә, һәр ваҡытта булмай, әммә әлеге осраҡ юл ҡағиҙәләрен үтәүҙең ни тиклем мөһим булыуын тағы ла бер тапҡыр күрһәтә. Әйткәндәй, транспорт сараһы менән идара итәһегеҙме, йәйәүлеһегеҙме, әһәмиәте юҡ.
Уҙған аҙнала беҙҙең район территорияһында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 9 юл фажиғәһе теркәлгән, 180-дән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған.
Шулай, мәҫәлән,
ДҮРТ водитель эскән килеш руль артына ултырып эләккән!
БИШ водитель таныҡлығы булмаған һәм БЕР водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән кеше транспорт сараһы менән идара иткән.
УН водитель балалар йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙған.
Тағы ла УН водитель ҡаршы юл һыҙатына сыҡҡан.
ҠЫРҠ ӨС водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән.
*Мәғлүмәттәр Дәүләкән районы буйынса Дәүләт автоинспекцияһынан алынды.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Ольга Юдина.
Читайте нас: