0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2020, 17:35

Йәй төҫтәре –сәскә гөлләмәләрендә

Уҙған аҙнаның йомаһы, 28 августа, ҡала майҙанында «Сәсәкләр фантазияһы» исеме аҫтында байрам ойошторолдо.

Уҙған аҙнаның йомаһы ваҡиғаларға бай көн булараҡ дәүләкәндәр хәтерендә ҡаласаҡ. Бер үк ваҡытта тиерлек уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе, бөтәһе лә яратҡан сәскәләр байрамы һәм йәмәғәтселек йәрминкәһе үтте.
«Сәсәкләр фантазияһы» исеме аҫтында байрам ғәҙәттәгесә ҡала майҙанында ойошторолдо. Сәскәләр байрамында райондың ауыл биләмәләре, район Мәҙәниәт йорто филиалдары, һәүәҫкәр сәскә үҫтереүселәр ҡатнашты. Улар бер аҙ ваҡытҡа район Мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙанды ысын сәскәләр ҡаласығына әйләндерҙе. Күңелле көйҙәр, район Мәҙәниәт йорто артистары башҡарыуындағы йырҙар, сағыу ҡояш һәм йылы көн байрам кәйефе бүләк итте.
Конкурстың жюри ағзалары һәм ҡунаҡтар сәскәләр күргәҙмәһе менән танышҡанда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, Зауыҡлы биләмәләр йылына арналған тематик композицияларға айырым иғтибар бүлде. Мәкәш, Алға, Ҡыҙрас, Соколовка, Көрмәнкәй, Поляковка, Ҡаҙырғол ауыл Советтары, үҙәк китапхана, Рассвет мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе сәскә гөлләмәләренән торған һоҡланғыс ижади композициялар тәҡдим итте. Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре майҙанға килеүселәрҙе «Сәскәләр шиғриәте» тигән ҙур сәскә гөлләмәһе менән ҡыуандырҙы. Беҙҙең заман геройҙары – бар көстәрен һәм ваҡыттарын коронавирус менән көрәшеүгә йүнәлткән медиктар темаһы ла онотолманы. Композицияларҙың береһе «Вирусҡа ҡаршы гөлләмә» тип аталғайны.
Район Мәҙәниәт йортоноң Алға филиалы мөдире Ригина Ғәзизова, Ҡоръятмаҫтан Динә Ғәләүетдинова һәм Гөлшат Шәйхетдинова, Александровка ауылынан Татьяна һәм Александр Бланктар «Көҙгө фантазия», «Еңеүҙең 75 йыллығы», «Мәңгелек ут», «90 йәш! Тыуған көнөң менән, яратҡан ҡалам!», «Королеваға комплимент» тигән күҙҙең яуын алырлыҡ бик күп сағыу, үҙенсәлекле эштәр әҙерләгәйне.
Ҡыҙрас ауылы китапханасыһы Ләйлә Муллагәрәева, ауыл клубы мөдире Резеда Ҡорбанғәлиева «Үлемһеҙ полк», «Онотмайбыҙ» тигән композициялар тәҡдим итте. Уларҙың уртаһында Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты Ҡорбанғәли Әхмәтғәли улы Әхмәғәлиндың портреты урын алғайны.
Район Мәҙәниәт йорто ҡаршыһында «Оҫта ҡулдар» түңәрәге эшләүе тураһында күптәр белә, ә үҙ эштәренең оҫтаһы Илһөйәр Мусина менән Татьяна Бородина тәҡдим иткән «Гармониялы контраст» һәм «Ҡул эштәре сәнғәте» тигән композициялар күптәрҙең күңелен әсир итте.
Байрамға килгән Өфө ҡалаһы «Ҡала үҫешенең йәмәғәт фонды» Социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фондының программа эшмәкәрлеге буйынса директоры Елена Анатольевна Засорина дәүләкәндәргә төҙөкләндереүгә һәм үҙҙәренең тораҡ пункттарының зауығын булдырыуға индергән өлөштәре һәм лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Жюри йомғаҡ яһаған арала, байрамға килеүселәр һәм тамашасылар төрлө викториналарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты, йомаҡтар систе, йырҙар йырланы, шиғырҙар уҡыны. Уларҙың бөтәһе лә сәскәләргә бағышланғайны. Номинациялар еңеүселәре мәҙәниәт идаралығы һәм район Мәҙәниәт йортоноң дипломдарына лайыҡ булды. I урын Рассвет ауыл биләмәһенә бирелде, өс II урынды Көрмәнкәй, Ҡыҙрас ауылдары биләмәләре һәм район Мәҙәниәт йорто бүлеште. Өс III урынға Бик-Ҡарамалы, Мәкәш һәм Алға ауыл биләмәләре лайыҡ булды.
«Иң яҡшы сәскә усадьбаһы», «Бәрхәт миҙгеле», «Оҫта ҡулдар», «Йәшелсә һәм емеш баҡсаһында», «Бүлмә гөлдәре», «Урындағы етештереүсене ҡеүәтләйек» һәм башҡа номинацияларҙа иң яҡшы ҡатнашыусылар билдәләнде. Уларҙың бөтәһенә лә сәскәләр байрамында ҡатнашҡан өсөн рәхмәт хаттары һәм приздар тапшырылды.
Татьяна Бусарева.
Фотолар: "КУЛЬТУРА и ИСКУССТВО в Давлекановском районе" төркөмөнән алынды.
Читайте нас: