Балалар араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, уларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә һәм китаптар уҡыуға йәлеп итеү маҡсатында китапханасы Гөлнар Фәзлиәхмәтова Мәкәш ауыл китапханаһында «Китап! Спорт! Уйын! Ура!» тигән әҙәби-спорт уйындары уҙғарҙы.
Сараға арнап «Спорт һәм китап – хәрәкәт алға ҡарап» тигән китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. Йәш спорт һөйөүселәр спорттың төрлө төрҙәре, спорт геройҙары тураһындағы китаптар менән бик теләп танышты.
Китапханала балаларға «аҡыллы тәнәфес» тәҡдим ителде: улар спортҡа арналған кроссворд систе, викторинала ҡатнашты.
Кәйефтәре күтәрелгән балалар тышҡа ашыҡты. Унда уларҙы программаның уйындар өлөшө көтә ине. «Ҡырғаяҡтар йүгереүе», «Тарт- этәр», «Носильщиктар» кеүек уйындарҙа, туптар, һикергестәр менән эстафеталарҙа, велоуҙышта ҡатнашып, кескәйҙәр спортты яратыуҙарын иҫбатланы. Шуға ҙур таһыллыҡ һәм оҫталыҡ менән үҙҙәренең командаларын еңеүгә алып барҙылар. Был көндә хис-тойғолар тулып ташты! Көн һалҡын булһа ла, балалар урамдан инергә теләмәне.
Ярыштар көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде! Барыһы ла үҙҙәренең һәм дуҫтарының еңеүенә һөйөндө. Уйындар аҙағында балалар күтәренке кәйеф алыуҙарын билдәләне һәм ваҡытты ошолай уҙғарыу компьютер артында ултырғанға ҡарағанда күпкә ҡыҙыҡлыраҡ булыуы, сәләмәтлеккә ҙур файҙа килтереүе менән ризалашты. Ә уҡырға яратыусылар үҙҙәре менән китапханан китаптар алып ҡайтып китте.