+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2020, 17:55

Башҡортостанда #СДЕЛАЕМ2020 йәки Бөтә донъя таҙалыҡ көнөнә әҙерлек башланды

https://ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/300..2020 йылдың сентябрь айында «Йәшел Рәсәй» Бөтә Рәсәй экология өмәһен уҙғарыу планлаштырыла. Унда Рәсәй Федерацияһының 85 субъекты ҡатнашасаҡ.

Акция барышында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнгән.
- Был дата осраҡлы рәүештә һайланмаған, тап 19 сентябрҙә бөтә Ер шарында «Бөтә донъя таҙалыҡ көнө» йәки #СДЕЛАЕМ2020 уҙасаҡ. Унда республика быйыл өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Йәмәғәт институттарын, бизнесты, муниципаль берәмектәрҙе, дәүләт органдарын, халыҡты бер командаға берләштереп, беҙ төбәгебеҙҙе тағы ла таҙараҡ эшләйәсәкбеҙ, - тине БР Экология министрлығының йыйылма-аналитика бүлеге начальнигы Ринат Фәтҡуллин. - Башҡортостан сарала ҡатнашыусылар һаны буйынса традицион рәүештә алда бара. Йыл һайын унда 130 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Быйыл, пандемияға бәйле, локаль йыйыштырыуҙарға баҫым яһаясаҡбыҙ.
Республиканың бар битараф булмаған халҡын 19 сентябрҙә Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бергәләп республикабыҙҙы тағы ла таҙараҡ эшләй алабыҙ.
Материалдар һәм фото «ЭКОЛОГИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН» төркөмөнән алынды.
Читайте нас: