-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2020, 17:10

Донъяны йәмләп йәшәйҙәр

2020 йыл Башҡортостан Башлығы Указы менән Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан ителде."Зауыҡ" һүҙе матурлыҡ мәғәнәһен аңлата. Ә матурлыҡ иһә, үҙ сиратында, тәртип, бөхтәлек, яҡты уйҙар һәм изге эштәрҙе үҙ эсенә ала. Көнсығыш аҡыл эйәләреәәйтеүенсә, тәртип булған ерҙә күңел дә күтәрелә, эш ҡеүәте лә күпкә арта.

Был турала: "Тәртип булған ерҙә байлыҡ та бар", - тигән мәҡәл дә йәшәй халыҡта.
Ошо уҡ һүҙҙәрҙеҡҡала һәм ауылдар матурлығына ҡарата ла әйтергә була, сөнки бөхтә, таҙа, йыйыштырылған урамдарҙан уҙғанда "күңел йырлай". Әммә бындай матурлыҡ тырыш хеҙмәт һәм тыуған яҡҡа һөйөү менән булдырылыуын аңлау мөһим. Хәстәрлекле баҡсасы үҙ баҡсаһын тәрбиәләгәндәй, ауыл кешеләре лә кесе тыуған яҡтарының яҙмышында ҡатнашырға тейеш.
Иҫке Мерәҫ ауылы – районда боронғо ауылдарҙың береһе. Унда уңған, эш һөйөүсән, тырыш халыҡ йәшәй. Ғөмүмән, башҡа ауыл кешеләре кеүек улар ҙа ҡул ҡаушырып ҡына ултырмай, тырышып донъя көтә, томоштары матур, ауылдары йәмле булһын тип тырыша. Айырыуса йәш ғаиләләрҙең бер-береһе менән ярыша-ярыша эш башҡара. Шулай, ағымдағы йылда ауылда күп йорттарҙың ҡыйыҡтары, ҡоймалары алыштырылған. Бөгөнгө көндә Гөлзәйнәп һәм Фәнис Зариповтарҙың ейәндәре лә өләсәләре менән олатайҙарына ҙур хөрмәт күрһәтеп, уларҙың йорт ҡыйығын алыштырыу менән мәшғүл. Салауат һәм Гөлфиә Солтаҡаевтар, Миңлегөл Ноғоманова, Әнүәр һәм Гөлсирә Мостафиндар, Юлай һәм Лилиә Йосоповтар йорттары тирәләй яңы ҡоймалар яһап ҡуйҙы. Хәҙер уларҙың йорттары ауылға йәмдәр өҫтәп, матур булып, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Бынан тыш, ауылдың уңған хужабикәләре төрлө еләк-емештән ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар, компоттар ҡайната, йәшелсәләрҙән турамалар әҙерләй. Миңлегөл Хәбиәхмәтова иһә был мәшәҡәттәрҙән тыш, алма, сейә, сливанан тәмле-тәмле ҡаҡтар ҡоя. Ауыл ағинәйҙәре Миңлегөл Ноғоманова менән Зөлхизә Усмановалар төрлө шифалы үләндәр йыйып, киптереп ҡуйған.
Донъя мәшәҡәттәренән арынған ваҡыттарында ҡапҡа төптәрендә йыйылып, самауыр сәйҙәрен эсә-эсә һуңғы яңылыҡтар тураһында һөйләшәләр, күңелдәрен күтәреп, йырлашып-бейешеп алалар, йәштәрҙең тырышып тормош көтөүҙәренә, ауылдарының матурланыуына, тимәк киләсәге бар икәненә ҡыуаналар.
Бына шулай тырышып донъя көтөп, тирә-яҡтың матурлығын арттырып һәм төбәктең бер бәләкәй генә мөйөшөн йәмләп, бәләкәй генә шатлыҡтарға ла ҡыуанып йәшәй Иҫке Мерәҫ ауылы халҡы.
Читайте нас: