-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Сентябрь 2020, 13:15

Еңеүҙе яҡынайтыусыларға...

Районда тағы бер халыҡ һәйкәле асылды

Шәмбе, 29 августа, Ҡаҙанғол ауыл Советына ҡараған Исмәғил ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды. Был көндә тантаналы шарттарҙа «Исмәғил ауылы кешеләренә – 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына» тигән һәйкәлде асыу сараһы үтте.
Унда ауыл аҡһаҡалдары, хеҙмәт ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, йәштәр, район хакимиәте һәм хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре йыйылды.
Исмәғил ауылы халҡын һәм байрамға йыйылыусыларҙың бөтәһен хакимиәт башлығы урынбаҫары, иҡтисад бүлеге начальнигы З.Н. Ғайсин, Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы И.Р. Мөхәмәтғәлин, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Исмәғил ауылында тыуып-үҫкән Р.М. Солтанбәковтар тәбрикләне һәм Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлап үтте. Әйтеп китергә кәрәк, тап һуңғы сығыш яһаусы көтөп алынған Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итеүсе бөтә яҡташтары иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу идеяһын күтәреп сыҡты. Уның башланғысы һәм тырышлығы һөҙөмтәһендә, яҡташтарының күңеленән сыҡҡан саҡырыуына яуап итеп, ауылдың күп кешеләре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан исмәғилдәр тураһында мәғлүмәттәр һәм һәйкәл төҙөү өсөн кәрәкле сумманы йыйҙы.
Бына һәйкәлде асыу тантанаһының көтөп алынған минуттары килеп етте. З.Н. Ғайсин, И.Р. Мөхәмәтғәлин һәм Р.М. Солтанбәковтарға һәйкәлде асыуҙың почетлы хоҡуғы бирелде. «Еңеү көнө»н башҡарған һынлы оркестр тауыштары аҫтында һәйкәлде ҡаплап торған аҡ туҡыма алынды һәм ауылда тыуып-үҫкән күп һанлы кешеләрҙең исем-шәрифтәре яҙылған ҡара граниттан эшләнгән өс плита йыйылыусылар иғтибарына асылды.
Ҡунаҡтар, хеҙмәт ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы районыбыҙҙа тағы бер хәрби ҡаһарманлыҡ һәм дан урынына әйләнгән яңы һәйкәлгә сәскәләр һалды. Почетлы ҡарауылдың салют залптары аҫтында йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм яу ҡырҙарында хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Хәтер һәм дан йылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә Ҡаҙанғол ауыл Советында бөтә яҡташтары иҫтәлегенә рәхмәтле вариҫтарынан ысын мәғәнәһендә халыҡ һәйкәле ҡуйылды. Ауыл уртаһында урынлашҡан был монумент бер минутта Исмәғил ауылының ғорурлығына һәм һәр ваҡытта тере сәскәләр ятасаҡ тарихи иҫтәлек урынына әүерелде.
Район Мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары әҙерләгән концерт номерҙары байрам сараһын тағы ла биҙәп ебәрҙе. Үҙҙәренең яҡташтары тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштергән Исмәғил халҡы өсөн яңы һәйкәл асыу, һис шикһеҙ, мөһим һәм сағыу ваҡиға булды.
Сергей Чиков.
Автор фотолары.
Читайте нас: