-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2020, 18:00

Асылыкүл, Ҡандракүл һәм Башҡортостандың тағы ике күлен экоактивистар нәмәнән ҡотҡарҙы

5 сентябрҙә Башҡортостандың дүрт һыу ятҡылығында акциялар уҙҙы.

Шулай, экоактивистар Асылыкүл, Ҡандракүл, Шәмсетдин күлдәрен һәм Зәңгәр күлде сүп-сарҙан таҙартты. Уларҙың ярҙарынан 20 кубометр ҡалдыҡтар йыйылды.
Иң бысрағы Шәмсетдин күле булып сыҡты. Уның ярҙарында 7 кубометр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған. Әйтергә кәрәк, был күл экология фажиғәһе алдында тора. Күл һиҙелерлек һайыҡҡан, һыуҙың кимәле 2,5 метрға тиклем кәмегән. Шуға күрә, тәбиғәткә битараф булмаған экоактивистар күлдең һәләк булыуына юл ҡуймаҫ өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.
Бындай акциялар артабан да дауам итәсәк.
Фото: Артем Вәлиев.
Татьяна Сәғәҙиева.
Читайте нас: