+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2020, 16:35

Өләсәйгә - 501 рауза сәскәһе!

Көньяҡ Кореянан ҡайнар сәләм алған бәхетле өләсәй Саҡмағош районында йәшәй.

Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында йәшәгән Нәфисә инәй Аҡсурина ошо көндәрҙә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән.
Ағинәйҙең тыуған көнөнә иң ҙур һәм иҫтәлекле бүләкте Көньяҡ Кореяла эшләп йөрөгән бер ейәне тапшырған. Ул үҙенең яратҡан өләсәһенә 501 раузанан торған гөлләмә ебәргән һәм аҡ сәскәләр менән 90 һанын яҙҙырған.
Ейәне ебәргән гөлләмәләрҙән инәйҙең күңеле күтәрелгән, шатлығы артҡан. Әйткәндәй, Нәфисә Насибулла ҡыҙының ун ейәне, алты бүләһе бар.
Беҙ бәхетле ағинәйҙе оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Һәр саҡ бөгөнгөләй балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүенә төрөнөп, сәскәләрҙән нур алып, бәхетле ҡартлыҡ кисерегеҙ!
Фото: "Ашҡаҙар" радиоһы сайтынан.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/l-s-yg--501-rauza-s-sk-e-442075/
Читайте нас: