+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Сентябрь 2020, 13:45

Йәйҙең һуңғы көндәрендә

Йәйге каникулдарҙың һуңғы көндәрендә Сергиополь ауыл китапханаһында балалар өсөн төрлө саралар уҙғарылды.

Шуларҙың береһе «Урман бүләктәре» тип аталған кроссворд-викторина булды.
Урман беҙгә үҙенең саф һауаһын, еләҫ күләгәһен, төрлө сихри тауыштар һәм ағас-ҡыуаҡлыҡтарының, сәскә-үләндәренең шифалы уңышын бүләк итә.
Викторина барышында балалар үҙҙәренең эрудицияһын күрһәтеп, мауыҡтырғыс йомаҡтар систе, шулай уҡ урманда үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағиҙәләре, тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында уның бүләктәрен файҙаланғанда һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәклеге тураһында фекер алышты.
Яңы уҡыу йылы алдынан китапханасы уҙғарған тағы ла бер байрам сараһы «Ҡышҡылыҡҡа уңыш йыябыҙ» тип аталды. Ул конкурс форматында ойошторолдо.
Конкурс барышында һәр ҡатнашыусыға ҡарамайынса ғына тоҡтан берәр йәшелсә алырға тәҡдим ителде. Артабан командаға был йәшелсәнең файҙалы сифаттары, унан нимәләр бешереп булыуы, ҡышҡылыҡҡа нимәләр әҙерләргә мөмкинлеге тураһында һөйләргә, уның хаҡында әйтемдәр һәм йомаҡтарҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк ине.
Бөтә балалар ҙа йәшелсәләрҙе яҡшы белеүен күрһәтте, ә төрлө аш-һыу әҙерләү конкурсында иһә малайҙар ҡыҙҙарҙан һис тә ҡалышманы!
Был көндә уйын-көлкө, ғәҙәти булмаған йәнлелек хөкөм һөрҙө. Сараның йәш ҡатнашыусылары бындай сараларҙың кәрәклеген билдәләп үтте, ә төрлө ярыштар һәм уйын-көлкө бөтәһенең дә күңелен күтәреп ебәрҙе.
Читайте нас: