-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2020, 11:20

8 сентябрь - журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө

Журналистарҙың, хәбәрселәрҙең һәм репортерҙарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө бөтә донъяла йыл һайын, 8 сентябрҙә, билдәләнә.

Был көндө бөтә илдәрҙең һәм баҫмаларҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре донъяға, айырыуса үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау эшендә, берҙәмлеген күрһәтергә тейеш.
Байрам 1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы конгресында булдырылған. 20 быуаттың аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сираттағы конференцияһында 8 сентябрь Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө тип атала башлай.
Теләктәшлек көнөн үткәреү датаһы осраҡлы ғына билдәләнмәгән. Журналистарың халыҡ-ара теләктәшлек көнөн билдәләү журналист, антифашист яҙыусы Юлиус Фучик яҙмышына бәйле. Тап ошо көндә, 1943 йылда, Берлинда Чехословакия журналисы, фашистарға ҡаршы көрәшеүсе яҙыусы Юлиус Фучик язалап үлтерелә. Төрмәлә лә ул үҙенең һөнәрен ҡалдырмай. «Муйында элмәкле килеш репортаж» («Репортаж с петлей на шее») тигән китабын яҙып өлгөрә, һәләк булғандан һуң ул Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.
Журналист яуаплы вазифа биләгән хеҙмәткәр түгел, шулай уҡ ваҡытында һәм урынында әйтелгән һүҙ менән теләһә ҡайһы проблемаға ҡарата йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итә ала. Был йәһәттән уға ҡайһы саҡта вазифаларҙан да белемлерәк булырға тура килә. Бер һүҙ менән әйткәндә, журналист – ул сәйәсмән дә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт белгесе, юрист та, тарихсы ла, йәғни һәр өлкәлә белгес, белемсе. Уның бар булмышы, маҡсаты – йорт-илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү.
Читайте нас: