+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2020, 12:00

Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!

Яңы уҡыу йылының тәүге көндәренән алып республикабыҙҙың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәғариф министрлығы менән берлектә юл хәүефһеҙлеге буйынса акциялар, иҫкәртеү саралары ойоштора.

7 сентябрҙә Башҡортостандың бөтә белем биреү учреждениеларында юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең Берҙәм көнө үткәрелде.
Балалар менән осрашыу ваҡытында юл аша сыҡҡанда мобиль телефон менән һөйләшеү, ҡолаҡсынды ҡулланыу ярамағанлығы хаҡында һүҙ алып барыла. Шулай уҡ автомашинаға ултырғанда һәр ваҡыт ҡайыш эләктерергә, йәмәғәт транспортында йөрөгәндә торған автобустар, троллейбустар, трамвайҙарҙы урап сығырға кәрәклеге иҫкәртелә.
Юл хәрәкәтенең бәләкәй ҡатнашыусылары менән осрашыуҙар бик мөһим. Автоинспекция хеҙмәткәрҙәренән алынған кәңәштәр,иҫкәртеүҙәр балалар ғүмерен ҡотҡарырға һәм юлдағы күңелһеҙ хәлдәрҙән ҡотолорға ярҙам итә.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова.
https://yanshishma.rbsmi.ru/news/a-buli-i-yuldar-a-448264/
Читайте нас: