0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2020, 18:00

Дәүләкән ҡалаһында билдәһеҙ осоусы объект күргәндәр

Бер нисә көн элек Дәүләкәндә йәшәүсе ир камераһына һауала юғары тиҙлек менән осоп барыусы ҡыҙыҡлы объектты төшөрә. Был осраҡ буйынса эксперт комментарий бирә. Уның нимә булыуы тураһында ентекләберәк беҙҙең гәзиттең сайтында уҡығыҙ.

Бер нисә көн элек Дәүләкәндә, айырым алғанда, үҙәк район дауаханаһы микрорайонында йәшәүселәр ғәҙәти булмаған күренеш шаһиттары була. Күктә билдәһеҙ осоусы объекттың утлы эҙе янып тора. Ҡала кешеләренең береһе уны телефонының камераһына төшөрөп ала.
Һүрәт социаль селтәрҙәрҙә көн күргәс, күптәр уны шаярыу, тип ҡабул итә. Әммә һауалағы ғәжәп күренештең шаһиттары күп була. Улар ҡараңғылыҡ ҡаплап барған киске күктә ҙур тиҙлектә ут көлтәһе ҡалдырыусы ҡойроҡло билдәһеҙ объекттың ергә параллель хәрәкәт итеүен күрә. Ул күпселеге менән бәләкәй ракетаға оҡшаған була. Бер нисә секундтан объект ҡапыл юҡҡа сыға. Әммә уның осоп барыуы бик асыҡ күренә. Шуға дөрөҫ күрмәгәндәр, тип әйтеп булмай.
Ваҡиғаға Өфө ҡалаһының «Горобзор» яңылыҡтар порталында Өфө планетарийының директоры Анатолий Денисов аңлатма бирә һәм һүрәттәге объекттың метеорит булыуы мөмкин, тип фаразлай. Әммә был осраҡта уның хәрәкәт итеү траекторияһы һорауҙар тыуҙыра – тура һыҙат буйлап, ергә параллель. Эксперт шулай уҡ уның самолет төтөнө булыуы ихтимал тигән версия ла әйтә. Бының менән килешеүе ауыр, сөнки яҡты эҙ үҙенән-үҙе хәрәкәт итә һәм яҡтылыҡ бүлеп сығара. Шулай уҡ уны ер юлдашы (спутник) тип тә фаразларға мөмкин, сөнки ошо ваҡытта ул тап Башҡортостан өҫтөнән осорға тейеш була.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: