«Изге эш» Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге Рәсәй Федерацияһы Президентының гранттарына2020 йылдың тәүге конкурсында ҡатнашып, еңеү яуланы. Алынған аҡсалар «Сихри ептәр» ижади оҫтаханаһын булдырыуға тотонолған. Ул элекке Көнкүреш хеҙмәте комбинаты бинаһында урынлашҡан һәм уҡыу өсөн бөтә кәрәкле әйберҙәр – мебелдәр, тегеү машиналары, ҡулланыу өсөн материалдар менән йыһазландырылған. Беренсе таныштырыу занятиеһы сентябрь башында үткән.
Үҙаллы изоляция осорондағы оҙайлы ялдан һуң бер-береһен күптән белгән изге күңелле, аралашырға яратыусы ҡатындар «Изге эш» үҙәге директоры Лариса Ивановна Иванова оҙатыуында шатланып тәьҫораттары менән уртаҡлаша, һоҡланыу менән яңыртылған бүлмәләрҙе, тегеү һәм сәйлән үреү өсөн алынған материалдарҙы ҡарай башланы. Улар ижади оҫтахана етәкселәре тарафынан үҙәккә килеүселәр өсөн ойошторолған оҫталар күргәҙмәһен дә ҡарап ҡыуанды.
Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Юрий Андреевич Кузнецов килгән кешеләрҙе занятиеларҙың тәүге көнө менән ҡотланы. Ул өлкән йәштәге кешеләр өсөн файҙалы ижади занятиелар үткәреүҙең мөһимлеге, район хакимиәтенең артабан да ижади түңәрәктәрҙә ҡатнашыусыларға тейешле уңайлы шарттар булдырыуҙа ярҙам күрһәтергә ниәтләүе тураһында һөйләне.
Сәйлән үреү оҫтаһы Марина Леонидовна Велесик, бесеү һәм тегеү оҫтаһы Алла Владимировна Климовская үҙҙәренең яратҡан эштәре менән оҙаҡ йылдар дауамында шөғөлләнгәндә ирешелгән уңыштары хаҡында бәйән итте һәм ҡыҙыҡлы занятиелар уҙғарып, үҙҙәренең оҫталыҡтары менән бүлешергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Киләсәктә проектҡа ярашлы моделләштереү, тегеү, ҡорама ҡороу (печворк), сигеү, бәйләү, сәйлән үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырла. Проект сиктәрендә ижади һәләттәре булған өлкән йәштәге 13 кешенән торған ике төркөм төҙөлгән. Улар оҫтаханаға аҙнаһына ике тапҡыр киләсәк. Осрашыуҙар ваҡытында тегеү эштәре оҫтаһы һәм универсаль оҫта оҫтаханаға килеүселәр менән күнекмәләр үткәреп, үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Валентина Козлова ырғаҡ һәм энәләр менән бәйләү эшендә яңы кеше булмауына ҡарамаҫтан, занятиеларға славяндар һаҡлағыстарының бер төрө булған «ептәр урап яһалған һаҡлаусы ҡурсаҡтар» һәм «филипповка» кеүек һаҡлағыстар эшләргә өйрәнеү өсөн килгән. Уларҙы туҡыманан урап яһайҙар һәм ептәр менән нығытып ҡуялар - исемдәре лә ошонан алынған. Риүәйәттәр буйынса һаҡлаусы ҡурсаҡтар ҡара көстәрҙән ҡурсалаған, йорт һәм хужалыҡ эштәрендә ярҙам иткән, ауырыуҙарҙан һауыҡтырған, ғаиләне нығытҡан.
Өфөнөң «Урал» художество галереяһы етәксеһе Ольга Суткевич ойошторған түңәрәктә ун йылдан ашыу шөғөлләнгән Ольга Маркованың да бүлешер серҙәре бар.
«Өфөлә һәр күргәҙмә алдынан Ольга Суткевич етәкселегендәге оҫталар ҡорама ҡороу буйынса белгестәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғара торғайны. Уға туҡымаларҙан мозаикалар төҙөргә өйрәнеү теләге менән республиканың төрлө ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар килә ине. Ҡорама ҡороуҙа үҙ стиле һәм техникаһы булған ханым мине лә күп нәмәгә өйрәтте. Минең хыялым – Өфө ҡалаһынан коллегаларымды Дәүләкәнгә саҡырып, район халҡына беҙҙең эштәрҙе күрһәтеү», - тине О. Маркова.
Яңы ғына асылған ижади оҫтахана күргәҙмәһе тәҡдим иткән күп һанлы ҡыҙыҡлы эштәр араһында әлеге заман ваҡиғаларын сағылдырған композициялар ҙа бар. Улар – киләһе Фольклориада-2020-гә арналған изделиелар, шулай уҡ сәнғәттең был төрө өсөн традицион булған буҫтауҙар, натюрморттар һәм пейзаждар.
Тәүге занятиенан һуң «ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клуб» ҡатнашыусылары йорттарына таралырға ашыҡманы – улар иҫтәлекле байрамдар – Дәүләкән районының 90 йыллығы һәм Республика көнө алдынан ҡала һәм район халҡын үҙҙәренең ижади ҡаҙаныштары менән таныштырыр өсөн артабанғы эш пландары буйынса фекер алышты.