0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Сентябрь 2020, 17:10

Мутлашыусылар әүҙемләшә бара

Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе ҡатын телефон аша банк картаһы тураһында мәғлүмәттәр еткереп бөтә аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаҡҡан

Үҙен хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре итеп танытҡан ир Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе ҡатынға уның иҫәбенән мутлашыусыларҙың аҡса алырға тырышыуы тураһында «иҫкәртеп» бер нисә көн дауамында шылтырата. Йыйылған аҡсаларын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ул ханымға уларҙың бөтәһен дә уның өсөн махсус асылған һәм мутлашыусылар этлегенән һаҡлаясаҡ иҫәпкә күсерергә кәңәш итә.
Хәүефле уйҙарҙан һәм өҙлөкһөҙ шылтыратыуҙарҙан арыған ҡатын шылтыратыусы граждандың «нигеҙле» дәлилдәренә ышанып уның бөтә талаптарын да үтәргә ҡарар ҡыла һәм уға банк картаһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе еткерә. Һөҙөмтәһе бик үкенесле тамамлана – ҡаза күреүсе ханымдың иҫәбендәге бер нисә йөҙ мең һумлыҡ сумма күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға.
Был ҡатындың аҡсалары юғалыуы хаҡында белгәс, ниндәй уйҙар кисергәнен һәм күпме күҙ йәштәре түккәнен ул үҙе генә беләлер, моғайын.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса тәфтиш бүлеге начальнигы А.В. Журавков был хәл тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләй:
«Мутлашыусыларға ҡаршы эш ойоштороу мәсьәләһе Дәүләкән районы буйынса эске эштәр органдарының эшмәкәрлеге өсөн иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Төрлө йәштәге, төрлө урында йәшәгән һәм төрлө социаль хәлдәге кешеләр мутлашыусылар ҡорбаны булырға мөмкин. Мутлашыусыларҙың енәйәт эшмәкәрлеге, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, йылдан-йыл арта бара. Әгәр уҙған йылда мутлашыусылар эшмәкәрлеге тураһында ике ғариза ҡабул ителһә, быйыл инде ул һан 16-ға еткән. Интернет-янсыҡтар менән мутлашыу осраҡтары артыуын дауам итә – йыш ҡына бындай осраҡтарҙа һатып алыусы һатыусының интернет-янсығына алдан аҡса күсерә, әммә, һөҙөмтәлә аҡсаһын да, тауарын да күрмәй. Яңыраҡ ҡалабыҙҙы йәшәүсе ир менән булған хәлде миҫал итеп килтерәм. К. исемле ир интернетта сайт булдырыу тураһында реклама күреп ҡала һәм әлеге хеҙмәттән файҙаланырға була. «Һатыусы» ҡуйған шарттарға ярашлы мобиль бәйләнеш аша күрһәтеләсәк хеҙмәт өсөн алдан аҡса күсерә. Икенсе көнгә әлеге сайттың, шулай уҡ уның мутлашыусылар иҫәбенә күсерелгән аҡсаларының да юғалыуын күреп, аптырап ҡала. Ул тиҙ арала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының оператив эше һөҙөмтәһендә енәйәтсе, башҡа өлкәлә йәшәүенә ҡарамаҫтан, тиҙ арала табыла һәм яуапҡа тарттырыла. Ҡаза күреүсенең аҡсалары кире ҡайтарып бирелә. Ә енәйәтсе хаҡлы язаһын аласаҡ.
Хөрмәтле дәүләкәндәр, һеҙҙе мутлашыусылар эшмәкәрлегенең тағы ла бер төрө менән таныштырып китке килә. Был осраҡта һеҙҙең телефонығыҙға «Һеҙҙең картағыҙ блокировкаланған (йәки юҡ ителгән)» тигән СMС-хәбәр килә һәм мөрәжәғәт итеү өсөн телефон һандары күрһәтелә. Шылтыратҡандан һуң енәйәтсе зыян күреүсенең карта һандарын, уның исем-шәрифтәрен һәм картала булған аҡсалар күләмен белешә һәм банкомат (терминал) эргәһенә килергә һәм, йәнәһе, яңы пароль ҡуйыу, зыян күреүсегә аҡсаларын ҡайтарыу маҡсатында бер нисә манипуляция башҡарырға ҡуша.
Әгәр һеҙгә ошондай эстәлектәге СМС-хәбәр килһә:
- тәҡдим ителгән һандар буйынса шылтыратмағыҙ;
- әгәр ҙә ниндәйҙер шикләнеүҙәрегеҙ тыуһа, банк картағыҙҙың артҡы яғында күрһәтелгән телефон һандарына (8 800…..) шылтыратып, оператор менән ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙға асыҡлыҡ индерегеҙ;
- әгәр ҙә СМС-хәбәрҙә күрһәтелгән һандар буйынса шылтыратып, таныш булмаған кеше менән аралашҡандан һуң алынған мәғлүмәттәр тураһында шикләнеүҙәрегеҙ артҡан икән, улар талап иткәнсә банкомат (терминал) эргәһенә түгел, ә яҡындағы банк бүлексәһенә барып, операторҙарҙан мәғлүмәткә асыҡлыҡ индерергә кәрәк.
Кемдеңдер һорауы буйынса «Мобиль банк» кеүек һәм башҡа хеҙмәттәрҙе тоташтырырға, айырыуса алынған паролдәрҙе сит кешеләргә (хатта улар үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип танытһа ла) әйтергә һис тә ярамағанлығы тураһында иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Банкоматтың (терминалдың) «түләүҙәр һәм аҡса күсереүҙәр» тигән бүлеге тик аҡса күсереү өсөн генә ҡулланылыуын, ә банк картаһының блокировкаһын алыу өсөн түгеллеген белегеҙ.
Шулай итеп, мутлашыусылар ҡорбаны булмайым тиһәгеҙ, Дәүләкән ҡалаһы һәм районы халҡына айырыуса уяу булырға, мутлашыусылар еткергән мәғлүмәттәрҙе, айырыуса аҡса күсерергә тәҡдим ителгәндәрен, мөмкин тиклем (туғандарығыҙҙан, банк, ойошма вәкилдәренән) тикшерергә кәрәк. Бер ниндәй шарттарҙа ла үҙегеҙ һәм банк карталарында булған аҡсаларығыҙ тураһындағы шәхси мәғлүмәттәрҙе асырға ярамай.
Татьяна Бусарева әҙерләне.
Читайте нас: