-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2020, 19:05

«Бер кем дә онотолмаған...»

Райондың бик күп ауыл биләмәләрендә 3 сентябрҙә «Бер кем дә онотолмаған» тигән акция уҙҙы. Акция барышында мәҙәниәт йорттары, китапханалар хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған ауыл кешеләре ветерандарҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ветерандарыбыҙға ҡәҙер-хөрмәт билдәләре күрһәтеү әлеге ваҡытта ла дауам итә.
3 сентябрь – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө. 2 сентябрҙә Япония капитуляция тураһында иғлан иткәс, был көндә алты йыл дауам иткән, кешелек тарихындағы иң оҙайлы һуғыш тамамланған. Һуғышҡа 61 дәүләт йәлеп ителгән, 1,7 миллиард кеше ҡатнашҡан.
Был байрамды яңы тип әйтеп булмай – 1945 йылдың 3 сентябрендә, Япония империяһының капитуляция иғлан итеүенең икенсе көнөндә, СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ул көн Японияны Еңеү көнө тип иғлан ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Икенсе донъя һуғышы тамамланған дата – Хәрби дан көнө тип 2 сентябрь иҫәпләнә ине. Президент Владимир Путин Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндө 3 сентябргә күсереү тураһындағы Федераль Законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡтағы документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылған.
Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышының ҡанлы ваҡиғалары алыҫлаша, тарих төпкөлөндә ҡала бара. Әммә тиҫтәләгән йылдар ҙа уларҙы кешеләр хәтеренән юя алмаясаҡ. Ул йылдар беҙҙең һәр беребеҙ өсөн бөйөк ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ символы булып ҡаласаҡ.
Ошо уңайҙан райондың бик күп ауыл биләмәләрендә 3 сентябрҙә «Бер кем дә онотолмаған» тигән акция уҙҙы. Акция барышында мәҙәниәт йорттары, китапханалар хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған ауыл кешеләре ветерандарҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе. Был сарала Александровка, Ҡоръятмаҫ, Ивангород, Поляковка, Ивановка ауылдары әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас: