-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2020, 19:10

МОХТАЖДАРҒА ӨҪТӘМӘ ЯРҘАМ

Сентябрь аҙағына тиклем Башҡортостанда “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһына ярашлы мохтаждарға өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк – 665 ғаилә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы аласаҡ.

Ул башлыса республикала етештерелгән 19 төр продукттан тора, уның эсенә ярмалар, көнбағыш майы, сәй, печенье, шәкәр, консервалар инә. Пакеттарҙы ирекмәндәр таратасаҡ.
“Беҙ бергә” акцияһына ярашлы ойошторолған “Аҙыҡ-түлек ярҙамы 2.0” проекты бағыусылар ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Уның ойоштороусылары – “Ирекмән-медиктар” хәрәкәте, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы. Башҡортостанда проект операторы булып “Өфө хосписы” коммерция булмаған ойошмаһы сығыш яһай.
Был - пандемия осоронда илдә ойошторолған гуманитар акцияның дауамы. Ул саҡта 65 йәштән олораҡ 1,5 миллион рәсәйле бушлай аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алғайны.
Башҡортостанда ла май айында өлкән йәштәге 40000 кешегә, шул иҫәптән 1152 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына ошондай ярҙам күрһәтелде.
Читайте нас: