Ошондай төр ярҙам аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, уларға бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында йән башына уртаса килемдәре республикала билдәләнгән йәшәү минимумы күләменән түбәнерәк булған аҙ тәьмин ителгән яңғыҙ йәшәүсе граждандарға бирелә. Социаль контракт, социаль адаптация программаһынан сығып, өс айҙан бер йылға тиклем төҙөлә.
Әлеге ваҡытта социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам:
эшкә урынлашҡан көндән алып ай һайын өс айҙан ашмаған ваҡыт дауамында 10434 һум күләмендә;
- һөнәри уҡыу үткәндә йәки өҫтәмә һөнәри белем алғанда
хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған йүнәлеш буйынса мәшғүллекте тәьмин итеү маҡсатында уҡыу хаҡын түләүгә, әммә 30 мең һумдан ашыу түгел;
- шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу маҡсатында
үҙ эшеңде ойоштороу өсөн бер тапҡыр 250 мең күләмендә бирелә. Ул шәхси эшҡыуар тарафынан ҡоролмалар һатып алыуға, эш урындарын булдырыуға һәм эш урындарын өҫтәмә йыһазландырыуға тәғәйенләнә.
Бөгөнгө көнгә ошо төр хеҙмәттән Дәүләкән районының һигеҙ гражданы файҙаланған һәм тағы ла алты кеше документтар тапшырған.
Контракт буйынса адреслы социаль ярҙам алыуға бәйле һорауҙарығыҙ булһа, Көньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәгенең Дәүләкән районы буйынса филиалына (адресы: Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 7а) мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тел. 8(34768) 32514.
Шулай уҡ Күп функциялы үҙәк аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Көньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәгенең Дәүләкән районы буйынса филиалы.