Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Хәҙер йәштәр ҙә милли байрамдарға, ҡөрьән мәжлестәренә матур итеп милли биҙәүестәр тағып йөрөй. Байрамдарҙа ғына түгел, көндәлек тормошобоҙға ла милли сағылыштар инһә, бик һәйбәт буласаҡ.