Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 2020 йыл Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Ветерандарыбыҙға ҡәҙер-хөрмәт билдәләре күрһәтеү әлеге ваҡытта ла дауам итә.
3 сентябрь – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө. 2 сентябрҙә Япония капитуляция тураһында иғлан иткәс, был көндә алты йыл дауам иткән, кешелек тарихындағы иң оҙайлы һуғыш тамамланған. Һуғышҡа 61 дәүләт йәлеп ителгән, 1,7 миллиард кеше ҡатнашҡан.
Был байрамды яңы тип әйтеп булмай – 1945 йылдың 3 сентябрендә, Япония империяһының капитуляция иғлан итеүенең икенсе көнөндә, СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ул көн Японияны Еңеү көнө тип иғлан ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Икенсе донъя һуғышы тамамланған дата – Хәрби дан көнө тип 2 сентябрь иҫәпләнә ине. Президент Владимир Путин Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндө 3 сентябргә күсереү тураһындағы Федераль Законға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡтағы документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылған.
Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышының ҡанлы ваҡиғалары алыҫлаша, тарих төпкөлөндә ҡала бара. Әммә тиҫтәләгән йылдар ҙа уларҙы кешеләр хәтеренән юя алмаясаҡ. Ул йылдар беҙҙең һәр беребеҙ өсөн бөйөк ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ символы булып ҡаласаҡ.
Ошо уңайҙан райондың бик күп ауыл биләмәләрендә был тариха ваҡиғаға арналған төрлө саралар үткән. Мәҫәлән, Поляковка ауылында быуындарҙың тарихи бәйләнешен һаҡлау, Рәсәйҙең тарихи үткәненә һәм бөгөнгөһөнә һаҡсыл ҡараш һәм Еңеү һалдаттарының иҫтәлегенә ихтирам тәрбиәләү маҡсатында башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Икенсе донъя һуғышы дәрестәре» тигән класс сәғәттәре үткәргәндәр.
Александровка ауылында «Тарихты онотмайбыҙ» тигән әңгәмә ойошторолған. Унда балаларға был көндөң әһәмиәте, һәр ваҡыттың үҙ тарихы булыуы, шуға кешеләрҙең төрлө осорҙа планетабыҙҙы тетрәткән ҡанлы ваҡиғаларҙы, шул иҫәптән миллионлаған ғүмерҙе ҡыйған ҡан ҡойғос алыштарҙы ла онотмаясағы тураһында һөйләгәндәр. Сараға сағыу һәм эстәлекле «Йөрәктәребеҙҙә һаҡлайбыҙ» тигән тематик кәштә лә урынлаштырғандар.
Ҡыҙрас ауылында - Икенсе донъя һуғышы тамамланған көнгә арнап, «Уларҙың батырлығы үлемһеҙ» тигән шиғриәт сәғәте, Ивангородта - «Хәтер уты һис тә һүнмәҫ» тигән әңгәмә, Дүртөйлө ауылы китапханаһында - «Батырлыҡ тураһында 75 китап» тигән күргәҙмә, Ленинск ҡасабыһының мәктәбендә китапхана менән берлектә– уҡыусылар өсөн «Бер кем дә, бер нимә лә онотолманы» тигән әңгәмә ойошторолған.
Ивановка ауылы китапханаһында «Һуғыш тураһында китаптарҙан бел» тигән әңгәмә уҙғарып, унда уҡыусыларға 1945 йылдың 2 сентябрендә милитаристик Япония капитуляция иғлан иткәндән һуң алты йыл дауамында барған Икенсе донъя һуғышы тамамланыуы, унда 61 дәүләт һәм 1,7 миллиард кеше ҡатнашыуы, СССР-ҙың Еңеүен һәм 2 сентябрь датаһын донъяның күп илдәрендә билдәләүҙәре хаҡында бәйән иткәндәр.
Рассвет ауылы мәктәбендә лә шулай уҡ «Икенсе донъя тарихы» тигән Хәтер дәресе ойошторолған. Балалар сараларҙан үҙҙәре өсөн файҙалы күп нәмәләр белгән. Уҡытыусылары, китапханасылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәргән был саралар һәм тарихи дата тураһында унда ишеткәндәр балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.