Үҙ ғүмерендә күпте күргән, күп ауырлыҡтар кисергән инәй бөгөн дә йәштәргә биргеһеҙ. Тыпырҙатып бейеп тә китә, моңло итеп йыр ҙа һуҙып ебәрә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа илебеҙҙе аяҡҡа баҫтырыу өсөн күп тырышлыҡ һалған быуын вәкиле булараҡ, инәйҙең теләге бер –ил-көнөбөҙҙә тыныслыҡ булһын. Беҙ күргәндәрҙе балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ күрмәһен, ти ул. Өлкән йәштә булыуына ҡармаҫтан, рәхәтләнеп «Йәшлек» фольклор ансамблендә шөғөлләнә, репетицияларҙы ҡалдырмаҫҡа тырыша. Йәштәр араһында ҡартлыҡҡа бирешеп тороп буламы һуң инде!