-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Сентябрь 2020, 16:55

Көрмәнкәйҙәр тренажерҙарҙы һынай

Үҙенсәлекле спорт майҙансығы буш тормай

Белеүегеҙсә, Көрмәнкәй ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеүсе тип танылды һәм сертификатҡа эйә булды. Был сертификатҡа улар тренажерҙар алып ҡуйырға ҡарар итте.
Уны асыу тантанаһына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре килде. Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Минеғәлим улы Яҡупов көрмәнкәйҙәргә конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе, артабанғы уңыштар теләне һәм Башҡортостан энциклопедияһын тапшырҙы. «Йәшлек» фольклор ансамбленең сығышы, Фәймә Солтанова, Минислам Солтанғәлиевтың йырҙары сараны йәмләп ебәрҙе.
Ауыл старостаһы Хәләй Әсфәндийәровтың әйтеүенсә, эштәр бының менән генә тамамланмай әле. Һалҡындар башланғансы тренажерҙарҙы ҡойма менән уратып алырға кәрәк. Шулай итеп, ябай ғына Көрмәнкәй ауылында үҙенсәлекле спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән: яҡында ғына хоккей майҙансығы, балалар майҙансығы һәм тренажерҙар.
«Айыҡ ауыл» конкурсы дауам итә. Әле муниципаль тур бара. Быйыл беҙҙең райондан 45 ауыл ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһында ҡала үҙәгенән биш километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан Соколовка ауылы ла бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәренең Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары менән осрашыуы барышында тап шул хаҡта һүҙ барҙы. «Айыҡ ауыл» республика конкурсы координаторы Юлиә Мырҙабулатова конкурстың шарттары менән таныштырҙы.
  • Республика Башлығы Р.Ф. Хәбировтың ҡарары менән быйыл приз фонды 10 тапҡырға арттырылды, - тине ул. – Ҡатнашырға теләк белдереүсе ауылдарҙың күбәйеүе ҡыуандыра.
  • Юлиә Әмир ҡыҙы барыһын да ошо конкурста ҡатнашырға саҡырҙы.
    Ҡоролтай аппаратының матбуғат хеҙмәткәре Миңзиә Каспранова быйыл иғлан ителгән Башҡорт теле йылында республика буйынса үткәрелгән сараларға туҡталды.
    Дөйөм алғанда, был сара халыҡты эскелектән арындырыу, йәштәребеҙҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән фәһемле һөйләшеүгә әйләнде. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларға, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә ҡатнашҡан өсөн Р.М. Әминоваға, Х.Ғ. Әсфәндийәровҡа, А.С. Нестеренкоға һәм «Йәшлек» фольклор ансамбленә (еткәсеһе Р.Рәхимова) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты тапшырылды.
    Читайте нас: