Рәсәй Федерацияһы Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы граждандарға «Банк данных исполнительных производств» (
http://r02.fssp.gov.ru/iss/ip), ә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында «Проверка штрафов» (https://гибдд.рф/check/ fines) сервистары ярҙамында үҙҙәренең түләнмәгән бурыстарының барлығын-юҡлығын тикшерергә тәҡдим итә. «Банк данных исполнительных производств» сервисында үҙ исем-шәрифтәрен тапҡандарға бурыстарын түләү мотлаҡ. Быны алда әйтеп үтелгән сервис ярҙамында йәки https:www.gosuslugi.ru/ сайтында Дәүләт хеҙмәттәре (Госуслуги) аша эшләргә мөмкин. Ҡулланылған йәки ҡулланыласаҡ мәжбүри саралар тураһында мәғлүмәт алыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы
http://r02.fssp.gov.ru/cjntacts/ сайтының «Контакты» бүлегендә урынлаштырылған суд приставтары бүлектәренең телефон һандарына шылтыратып белергә була. Төбәк бүлегенә шәхси барыу кәрәклеге тыуһа,
http://r02.fssp.gov.ru/fssponline/ cайтының «Шәхси ҡабул итеүгә яҙылыу» сервисы ярҙамында эшләргә мөмкин.