Сәнғәт мәктәбенә иртәнән үк кеше ағылды
Иртәнге сәғәт 8-ҙә үк бында байтаҡ кеше тауыш биргәйне. Шәхсән үҙем дә ошо һаййлау участкаһында булыуым айҡанлы, мин дә гражданлыҡ бурысымды тәүгеләр сифатында үтәнем. Кешеләрҙең мөһим ваҡиғаға аңлы ҡарауы һөйөндөрә, автомобилдәрҙә кешеләр бер-бер артлы сәнғәт мәктәбенә табан юллана. Бөтә һаҡлыҡ саралары күрелде.