+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Сентябрь 2020, 13:35

Ял көндәре дәүләкәндәр өсөн «уңышлы» булды

Уҙған йәкшәмбе Дәүләкән ҡалаһының үҙәк майҙанында тәүге көҙгө йәрминкә үтте.

Ҡала кешеләре өсөн продукцияны йәрминкәгә шәхси эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтар вәкилдәре, район халҡы алып килгәйне. Йәйгесә сыуаҡ, йылы был көндә экологик яҡтан таҙа ит, һөт, эремсек, ҡаймаҡ, картуф, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтә, һуған, һарымһаҡ, борос алырға мөмкин булды. Һәүәҫкәр баҡсасылар урындағы алма, груша, слива, виноград тәҡдим итте. Умартасылар һатып алыусыларҙы хуш еҫле бал менән ҡыуандырҙы. Уларҙың кәштәләре лә тейешенсә биҙәлгәйне. Хатта умартасылыҡ менән таныш булмаған һатып алыусы ла тәҡдим ителгән сорттарҙы: ялан, урман, йүкә, ҡандала үләне (донник), ҡарабойҙай балдарын айыра алды.
ШЭ КФХ Башлығы «Рихтер С.Б.», ШЭ КФХ «Григорьева З.Н.», яуаплылығы сикләнгән «Восход» йәмғиәте баҫыуҙарҙан яңы ғына йыйып алынған арпа, бойҙай алып килгәйне.
Шулай уҡ бында кондитер изделиелары, киптерелгән еләктәр, бәшмәк һәм башҡа бик күп продукция һатып алырға мөмкин ине.
Хаҡтар ҙа, дәүләкәндәр билдәләүенсә, әллә ни ҡиммәт булманы.
Читайте нас: