Урамда һәм юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен мәктәпкәсә йәштән үк формалаштырыу бик мөһим. Балаларҙың ҡурҡыныс һөҙөмтәләр тураһында аңлап еткермәүҙәре, шунлыҡтан юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙары арҡаһында улар менән юлдарҙа бәхетһеҙлек осраҡтары килеп тыуа. Шуға күрә, балалар тарафынан Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү ғәҙәткә әйләнергә тейеш.
Дәүләкән ҡалаһының 8-се «Ладушки» балалар баҡсаһында «Күңелле светофор» тигән сара үтте. Уны балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Дәүләкән ҡалаһының Дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә ойошторҙо. Улар уйындар ярҙамында балаларҙы юл билдәләре һәм юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
«Огибдд-Отдела-Мвд-России По--Давлекановскому-Району» төркөмө материалдарынан.
Фотолар: шул уҡ төркөмдән.