-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентябрь 2020, 17:40

«Баҡса байбикәһе»

Беҙҙең ҡалала йәшәүсе Лидия Дмитриевна Доброва тығыҙ, кетерҙәп торған күсәнле йәшелсә үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашырға ризалашты.

Баҡса мәшәҡәттәре аҙағына яҡынлаша. Еләк-емеш һәм йәшелсәләрҙең төп өлөшө мөгәрәп-баҙҙарға һалып ҡуйылды, тик аҡ күсәнле кәбеҫтә генә баҡсала тәүге һалҡындарҙы көтә. Ул һәр кемдең өҫтәлендә үҙ урынын алған һәм беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ был йәшелсәгә шул тиклем күнеккәнлектән, уны үҫтереүе лә бик еңел, тип уйлай. Әммә тәүләп кәбеҫтә ултырта башлағандар баҡсаларында уңыштың яҡшы булмауына аптырай. Эйе, ысынлап та шулай булырға мөмкин, сөнки кәбеҫтә - тәрбиә талап итеүсе йәшелсә. Әммә уға нимә оҡшауын, ә уның нимәне бөтөнләй яратмауын белһәң, һәр баҡсасы тығыҙ, кетерҙәп торған күсәндәр үҫтерә ала.
Беҙҙең ҡалала йәшәүсе Лидия Дмитриевна Доброва был йәшелсәне үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашырға ризалашты.
Оло йәштә булыуы уға баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә ҡамасауламай, ә йылдар дауамында тупланған тәжрибәһе аҡ күсәнле «байбикә»нең күңеленә юл табырға ярҙам итә.
«Кәбеҫтә үҫтереүемдең әллә ниндәй серҙәре юҡ та шикелле , - ти баҡсасы. – Йыл һайын һыналған, күсәндәре бик үк ҙур булмай торған «Надежда» һәм «Слава» тигән сортлы кәбеҫтәләр генә ултыртам. Уларҙы башҡалар кеүек үҫентеләр ярҙамында түгел, ә ҡояшлы урында туранан-тура тупраҡҡа сәсәм. Быны Егорий көнөндә (ул 4-5 майға тура килә) эшләргә тырышам, сөнки ул кәбеҫтәселәрҙең ҡурсалаусыһы тип һанала. Соҡорҙар ҡаҙыйым һәм һәр береһенә 2-3 орлоҡ һалып сыҡҡандан һуң, ҡаплап ҡуям һәм уларҙың морон төртә башлағанын көтәм. Артабан үҫентеләрҙең көслөләрен ҡалдырам, ә сибектәрен йолҡоп ташлайым. Артабанғы бөтә тәрбиә ҡый үләндәрен утауҙан, ваҡытында һыу һибеүҙән һәм төбөн күмдереүҙән тора. Кәбеҫтә күпләп һыу һипкәнде ярата, әммә көн һайын түгел. Бер ниндәй ҙә ашламалар ҡулланмайым, ә «химия»ны тик ҡоротҡос бөжәктәр күренә башлаһа ғына һибәм. Бөтә серҙәрем бына ошолар инде».
Кәбеҫтәнән ниндәй генә ашамлыҡтар әҙерләмәйҙәр: ҡайнар аштар, төрлө ҡабымлыҡтар, турамалар. Шулай уҡ уны тоҙлайҙар һәм ҡышҡылыҡҡа күп төрлө әҙерләмәләр эшләйҙәр.
Бөгөн беҙ һеҙгә кәбеҫтәнән ҡышҡылыҡҡа турама әҙерләү ысулын тәҡдим итәбеҙ.
Кәбеҫтә турамаһы
Был тураманы әҙерләү ҡатмарлы түгел, әммә ул бик тәмле килеп сыға. Банкаларға тултырылған тултырма оҙаҡ ваҡыт һаҡлана һәм теләһә ниндәй ашҡа яҡшы өҫтәмә була.
Уны әҙерләү серҙәрен беҙҙең ҡалала йәшәүсе Светлана Яҡупова өйрәтте.
Кәрәк буласаҡ:
Кәбеҫтә – 5 кг,
Кишер – 1 кг,
Башлы һуған – 1 кг,
Шәкәр ҡомо – 200 гр,
Көнбағыш майы – 0,5 литр,
Аш һеркәһе – 0,5 литр,
Тоҙ - тәменсә.
Әҙерләү ысулы:
Кәбеҫтәне ваҡлап турарға, кишерҙе эре ҡырғыс аша ҡырырға, һуғанды ваҡ итеп турарға. Бөтәһен бергә ҡушып, болғатырға (ике кәстрүлгә бүлеп һалырға мөмкин) һәм бешерергә ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас та, һүндерергә һәм һыуынғансы тоторға. Яңынан бешерергә ҡуйып, ҡайнатып сығарырға. Стерилләштерелгән банкаларға һалып, ябып ҡуйырға. Банкаларҙа ул өлгөрөп етәсәк һәм бик тәмле буласаҡ. Әҙерләп ҡарағыҙ – үкенмәҫһегеҙ!
Аштарығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: