-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2020, 18:15

Ер шарында булһын тыныслыҡ!

Тыныслыҡ... Ошо һүҙҙә күпмҽ мәғәнә ята... Тыныслыҡ - ул тыныс тормош, тотороҡлоҡ, һуғыш уттарының дөрләп янмауы, илҽбҽҙҙҽң гөрләп сәскә атыуы... Ул - илҽбҽҙҙҽң һәм уның бар халҡының үҫҽш нигҽҙҽ, кҽшҽлҽк донъяһының эскҽ һәм тышҡы рухи торошо! Әммә тыныслыҡты кҽшҽләрҙҽң дуҫ йәшәүҽнән, бҽр-бҽрҽһҽнә ихтирам мҽнән ҡарауынан, бҽр-бҽрҽһҽнә ҡарата иғтибарлы булыуынан тыш күҙ алдына ла килтҽрҽп булмай.

21 сҽнтябрь - Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөндә Мәкәш ауылы китапханаһы мәҙәниәт йорто хҽҽмәткәрҙәрҽ мҽнән бҽрлҽктә мәктәп уҡыусылары өсөн "Тыныс күк аҫтында йәшәүҽ яҡшы!" тигән асыҡ дәрҽс уҙғарҙы.
Был сара уҡыусыларға тыныс тормоштоң ни тиклҽм мөһим булыуын, Ер шарындағы бҽр кҽшҽнҽң дә һуғыш тҽләмәүҽн аңлатыу маҡсатында ойошторолдо.
Асыҡ дәрҽс барышында малайҙар һәм ҡыҙҙар изгҽ күңҽлдән Тыныслыҡ, имҽнлҽк һәм изгҽлҽк символы - Аҡ күгәрсҽн һүрәтҽ төшөрҙө.
Күгәрсҽндәр төрлө ҙурлыҡта, формала килҽп сыҡты, был аҡ ҡоштарҙы бҽр нимә бҽрләштҽрҙҽ - балалар уларҙы тыныс киләсәккә ышаныс, Ер шарының бөтә кҽшҽләрҽ лә тыныслыҡта, татыулыҡта, бҽр-бҽрҽһҽн аңлап йәшәһҽн тигән тҽләк мҽнән яһаны.
Сара барышында китапханасы уҡыусыларға 21 сҽнтябрҙә Ер шарының бөтә илдәрҽ лә Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөн билдәләүҽ тураһында һөйләп үттҽ.
Бҽҙҙҽң планҽтаның күпсҽлҽк халҡы өсөн тыныслыҡ - ул көндәлҽк ысынбарлыҡ.
Әлҽгҽ заман балалары, йәштәрҽ өсөн Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөнөң әһәмиәтҽн баһалауы ла ҡыйын.
Был байрам 1981 йылда Бҽрләшкән милләттәр тарафынан булдырылған. Шул көдән алып байрам күп илдәр һәм төбәктәрҙҽң миллионланған халҡын үҙенә йәлҽп иткән.
Тыныслыҡ байрамы кешеләрҙе тыныс тормош тураһында ғына түгел, ә уның өсөн нәмә лә булһа ла эшләргә кәрәклеге хаҡында ла уйланырға саҡыра. Был көндә бөтә Ер шарында хәрби хәрәккәттәр туҡтатылып тора. Ҡыңғырау набаты яңғырауы йолаға әйләнгән. Тыныслыҡ ҡыңғырау:ары Рәсәйҙең Санкт-Петербург, Новосибирск ҡалаларында урынлаштырылған. Уларҙың тәүгеһе Японияла Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларын ядро бомбаһына тотҡанда Японияның ниндәй трагедия кисереүе тураһында иҫкәртеүсе Хәтер билдәһе булараҡ ҡуйылған. Китапханасы Гөлнар Фазлиәхмәтова балаларҙы япон ҡыҙы Сасаки Садако, АҠШ-тан Саманта Смит һәм рус ҡыҙы Таня Савичеваларҙың яҙмышы менән таныштырып үтте. Сарала ҡатнашҡан балаларҙың тиҫтерҙәре булған ошо ҡыҙҙарҙың яҙмышы миҫалында ошо йәштән үк тыныслыҡты һаҡлау өсөн күп нимә эшләп булыуы хаҡында билдәләп үтелде. Ғүмеҙәрре ҡыҫҡа ғына булһа ла, уларҙың яҙмышы бөгөн дә кешеләр күңелен тетрәтә.
Уҡыусылар "тыныслыҡ" һүҙен билдә бирергә тырышты. Улар тыныслыҡ - ул ҡояш, зәңгәр күк, Ватан, туғандар һәм яҡын кешеләр, дуҫтар. тип билдәләп китте. Балаларҙың бөтәһе лә тыныслыҡ дуҫлыҡтан башлана, бер-береңә изге күңелле булырға, кешеләрҙең ҡайғыларын уртаҡлаша белергә, тауыш-ғауғаларһыҙ йәшәргә, бер-берең менән уртаҡ тел табырға, бер-береңә юл ҡуя белергә кәрәк, тигән һығымтаға килде, сөнки Ер шарында тыныслыҡ бәләкәй генә коллективтағы, мәҫәлән. мәктәп класындағы, татыулыҡтан башлана.
Фотолар: Гөлнар Фазлиәхмәтованың шәхси архивынан.
Читайте нас: