0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2020, 12:00

Һалым түләнмәгәс предприятия мөлкәтенә арест һалынды

Килгән аҡса бурысты ҡаплау иҫәбенә тотолонасаҡ

Белорет районының суд приставтары һалым түләүҙәре буйынса 6 миллион һумлыҡ бурысын йыйған организацияның ҡорамалдарына арест һала.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы махсус башҡарыу документтарын үтәү буйынса махсуслашҡан бүлегендә профессиональ сәнәғәт ҡорамалдары етештереу менән шөғөлләнгән предприятияға ҡарата башҡарма эш ҡуҙғатылған. Компания тәғәйенләнгән выҡытта тейешенсә һалым түләп бармаған, һәм ярайһы уҡ – 6 млн һумға яҡын бурыс туплаған.
Суд приставтары башҡарыу эш барышында һалым түләмәүҙәрен ҡайтарыу ниәтендә бурыслы предприятиеның йылылыҡ пушкаларын етештергән станоктарға арест һала. Унан тыш, заводтың генераль директорын Рәсәй Федерацияһы Административ Кодексының 1-се бүлеге 17.14-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттыра.
Бөгөнгө көндә, ҡорамалдарға һалынған арест һаҡлана, мотлаҡ түләүҙәр – һалым бурысы түләнмәгән осраҡта мөлкәт мәжбүри рәүештә һатылып, килгән аҡса бурысты ҡаплау иҫәбенә тотолонасаҡ.
Читайте нас: