+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Сентябрь 2020, 23:45

Иртәгә – иң мөһим көн

Матур йолаға әүерелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы Бөтә Рәсәй “Йәшел Рәсәй” экологик шәмбеһе сиктәрендә үткәрелә.

19 сентябрҙә, Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә уҙғарылған “Йәшел Рәсәй” экологик акцияһы республикала йәшәгән кешеләрҙең барыһын да берҙәм тупланы. Экологик шәмбе ваҡытында тәбәктәге 700 гектар майҙанда дүрт кубометрға яҡын сүп-сар йыйылды һәм полигондарға ташылды. #Эшләйбеҙ2020 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө 95 меңдән ашыу кешене, шул иҫәптән туғыҙ мең ойошманы, дүрт меңдән ашыу ирекмәнде берләштерҙе. Был эшкә ике меңдән ашыу техника йәлеп ителде. Тәбиғәт биләмәләрен, йылға, күл, быуа буйҙарын таҙартыуға айырым иғтибар бүленде.
26 сентябрь – был акцияның иң мөһим көнө. Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында вайымһыҙ булмаған кешеләр, уҡыусылар, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитеттар башлыҡтары ағас ултыртасаҡ. Ошо уҡ көндө “Геройҙар аллеяһы” һәм “”Еңеү урманы” акциялары сиктәрендә төп сараларҙың үткәреүе планлаштырылған. “Йәшел Рәсәй” экологик хәрәкәтенең лидерҙары ҡатнашҡан Өфөләге “Йәшел Башҡортостан – йәшел Рәсәй” марафоны иң мөһим сараларҙың береһе буласаҡ.
Баш ҡалалағы 55 майҙанда ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ. “Беренсе Май” мәҙәниәт һәм ял паркы – сараларҙың төп майҙансығы. Унда иртәгә 900-ҙән ашыу үҫенте ултыртыу планлаштырылған. Бынан тыш, урмандарҙы тергеҙеү эше сиктәрендә Өфө эргәһендә 11 мең 100 дана йәш ағас ултыртыу ҡаралған.
Көҙ акцияны үткәреү осоронда барлығы 600 меңдән ашыу үҫенте ултыртыласаҡ. Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
– Республиканы юҡҡа ғына “икенсе Швейцария” тип атамайҙар. Тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығы күптәрҙе йәлеп итә. Беҙгә ыңғай тәьҫораттар алыу һәм урындағы матурлыҡ менән һоҡланыу өсөн күп туристар килә. Тәбиғәт – ул урындағы халыҡ һаҡсыл ҡарашта булған байлыҡ. Шуға республикала экологик шәмбеләрҙә ҡатнашыу һәм йәшел үҫентеләр ултыртыу абруйлы ғәмәлгә, модаға әйләнде. “Йәшел Башҡортостан” “Йәшел Рәсәй”ҙән айырыла алмай! – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән саралар үткәрелгән майҙандарҙың барыһында ла хәүефһеҙлек саралары ҡаралған: бирсәткәләр, битлектәр, ҡул йыуыр өсөн һыу, таҙартыу саралары, антисептиктар буласаҡ, социаль арауыҡ һаҡланасаҡ.
Фото: республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Irt-g--i-m-im-k-n-471148/
Читайте нас: