0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2020, 19:15

Дәүләкән районы «Еңеү урманы» акцияһына ҡушылды

Дәүләкән районы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған һәм «Йәшел Рәсәй» экология өмәһе сиктәрендә уҙғарылған «Еңеү урманы» Бөтә Рәсәй һәм республика акцияһына ҡушылды.

Рассвет ауыл Советы территорияһындағы өс гектар майҙанда 11 мең шыршы үҫентеһе ултыртылды. Акцияла район һәм ҡала хакимиәттәре, мәғариф һәм мәҙәниәт идаралығы, район, ҡала предприятиелары һәм ойошмалары, Йәш депутаттар ассоциацияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Улар өсөн ялан кухняһы ойошторолдо. Унда ҡатнашыусыларҙы итле ҡарабойҙай бутҡаһы, алма бәлеше һәм тәмле сәй менән һыйланылар. Һуғыш йылдары йырҙары башҡарылды. Улар өмәлә ҡатнашыусыларға көс өҫтәп, кәйефтәрен күтәрҙе.
«Әлшәй урман хужалығы» ағастар ултыртыу өсөн участок әҙерләне, транспорт һәм дүрт йыллыҡ үҫентеләр менән тәьмин итте. Ҡатнашыусылар үҙҙәре билдәләүенсә, бөгөн ултыртылған урман әлеге һәм киләсәк быуындарға фашист баҫҡынсыларынан еребеҙҙе һаҡлап ҡалған халҡыбыҙҙың тиңдәшһеҙ батырлығы тураһында иҫтәлек һәм тыуған еребеҙҙең йәме буласаҡ.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: