+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Сентябрь 2020, 22:30

Профилактика саралары үтә

Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Һәр көн юлығыҙҙы үҙегеҙҙең һәм пассажирҙарығыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн яуаплылыҡ тойоуҙан башлағыҙ!

Ял көндәре алдынан Дәүләкән районы территорияһында юл һәләкәттәрен иҫкәртеү, уларға килтереүсе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы асыҡлау буйынса профилактик саралар уҙғарыла. Улар руль артына иҫерек килеш ултырған водителдәрҙе тотоуға, шулай уҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың башҡа ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙарын киҫәтеүгә йүнәлтелгән.
Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Һәр көн юлығыҙҙы үҙегеҙҙең һәм пассажирҙарығыҙҙың ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн яуаплылыҡ тойоуҙан башлағыҙ!
Рейд саралары барышында Дәүләкән районында Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 30 осрағы асыҡланған, эскән килеш руль артына ултырған 3 водитель тотолған.
Профилактик саралар дауам итә. Хөрмәтле водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуығыҙҙы онотмағыҙ!
Фотолар: ошо уҡ төркөмдән.
Читайте нас: