Унда беҙҙең “Асылыкүл” - “Балҡантау”район гәзитенең баш мөхәррире Татьяна Анатольевна Сәғәҙиева ла ҡатнашты. Бер аҙна дауамында журналистар үҙҙәренең хеҙмәттәшлеге буйынса фекер алышты, яңы таныштар тапты, файҙалы мәғлүмәт алды. Ҡәләм оҫталарының һөйләшер, уртаҡлашыр фекерҙәре күп ине, әлбиттә.