+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2020, 18:47

Һабын дә бүләк

1 октябрҙән районда шәфҡәтлелек акцияһы башлана

Акцияның маҡсаты –Балалар йорттарында, приюттарҙа тәрбиәләнгән йәштәштәренә ярҙам маҡсатында гигена әйберҙәре: һабын, йыуыныу өсөн гель, шампунь, теш пасталары йыйыу, ошондай юл менән балаларҙа кесе йәштән үк башҡаларҙың хәленә инә белеү, миһырбанлыҡ, изгелек хистәре тәрбиәләү.
Ай дауамында уҡыусылар класс етәкселәре аша “С любовью” Балалар мәрхәмәтлек фондына ошо әйберҙәрҙе тапшыра ала.
Акцияла ҡатнашырға теләүселәргә 8-917-755-11-88 номеры буйынса “С любовью” Балалар мәрхәмәтлек фонды директоры Светлана Исхаҡоваға шылтыратып, акцияла нисек ҡатнашырға икәнлеген белешергә мөмкин.
Читайте нас: