Был көн юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән. Уның тәү сираттағы бурысы йөрәк менән бәйле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү. Һуңғы арала йыш ҡына йөрәге кинәт туҡтап үлеп китеүселәр арта бара. Тап ошондай күңелһеҙлектәргә юл ҡуймаҫ өсөн Бөтә донъя йөрәк федерацияһы инициативаһы буйынса булдырылған да инде ул.