-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Сентябрь 2020, 17:45

Яңы Яппар ауылында мал салыу цехы

Мал салыу өсөн пунктта бөтә шарттар булдырылған.

Баҫыуҙан- сауҙа кәштәләренә
Районда продукция эшкәртеү объекты асылды
Үткән йома Ҡаҙанғол ауыл биләмәһенең Яңы Яппар ауылында ауыл хужалығында эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса район семинар-кәңәшмәһе үтте. Сараға ауыл биләмәләре башлыҡтары крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре саҡырылды.
Семинар сиктәрендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙең яңы объекты сафҡа индерелде. Ул заманса мал салыу цехы.
Объектты тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры урынбаҫары Р.Р. Байтуллин, Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы А.С. Йыһаншин, Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов килде.
Йылҡысылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Ф.И. Хәлиуллин бер йыл элекмал салыу цехына нигеҙ һала. Уның бизнес-планы Дәүләкән районы хакимиәтендә үткәрелгән Эшҡыуарлыҡ сәғәтендә ҡарала һәм күтәреп алына.
Объектты төҙөүҙең кәрәклеге хужалыҡта малдар һанының артыуына ла бәйле. Хәҙерге ваҡытта малды фәҡәт үҙең өсөн генә һуйған осраҡта уны үҙ ихатаңда салырға рөхсәт ителә. Ә эшҡыуар Өфөләге сауҙа нөктәләренең береһе менән продукция ташыуға килешеү төҙөгән. Закондағы һуңғы талаптар буйынса, ит һатыу менән махсус салыу цехы булған эшҡыуарҙар ғына шөғөлләнә ала. Шулай итеп, Фәрүәз Хәлиуллиндың үҙенең эшмәкәрлеген артабан үҫтереү өсөн барлыҡ шарттары бар. Мал салыу цехы төҙөү ихтыяж ғына түгел, ул - заман талабы.
Яңы Яппар ауылында мал салыу цехын Фәрүәз Исмәғил улы үҙ аҡсаһына һәм субсидия рәүешендә бирелгән дәүләт ярҙамына төҙөй. Төҙөлөш эштәрен башлар алдынан ветеринария хеҙмәтенән һәм Роспотребнадзорҙан рөхсәт биргән документтар юллай.
Эштәр бөтә санитар нормаларҙы теүәл күҙәтеп башҡарыла – объектҡа ауылдан ситтә нигеҙ һалына. Торлаҡ йорттарҙан, мал ҡураларынан, көтөүлектән, һыу ятҡылыҡтарынан, дөйөм ҡулланыу урындарынан ул 500 метр аралыҡта булырға тейеш, был талап тулыһынса үтәлгән. Тирә-яғы кәртәләп алынған. Килтерелгән малды ябып тороу һәм салыр алдынан ҡарау өсөн майҙансыҡ бүленгән. Ингән һәм сыҡҡан ерҙә дезинфекцион кәртәләр ҡуйылған. Фәрүәз Исмәғил улы үҙе һөнәре буйынса ветеринар врач, талаптарҙың мөһимлеген яҡшы аңлай, шуға уларҙы еренә еткереп үтәгән. Үҙ ихтяждары өсөн төҙөлһә лә, мал салыу йәһәтенән мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла хеҙмәттәр күрһәтеләсәк.
Һыйыр малын, аттарҙы, сусҡаларҙы ветеринария-санитария һәм гигена талаптарына ярашлы итеп салыу өсөн пунктта бөтә шарттар булдырылған.
Һыу үткәргес көйлө эшләй, канализация бар, сеймал әҙер продукция менән ҡушылмай, түшкәләрҙе ташығанда улар иҙәнгә лә, стенаға ла, ҡорамалдарға ла теймәй. Кәрәк булһа, итте туңдырырға, һыуытырға була, бының өсөн һыутҡыс камера, туңдырғыс бар. Биологик ҡалдыҡтарыҙы утилләштереү өсөн крематорий төҙөлгән. Иттән тулыһынса анализ алыу өсөн киләсәктә ветеринар-санитар лаборатория асырға планлаштыралар.
Бында биш кешенән торған ҙур булмаған коллектив эшләй. Эшҡыуарҙың пландары ҙур – малсылыҡ фермаһы төҙөү һәм киң ассортиментта ит ярымфабрикаттары етештереү цехы асыу. Баҫыуҙан алып сауҙа нөктәләренә тиклем – крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Фәрүәз Хәлиуллин үҙ бизнесын тап ошо маҡсатҡа табан йүнәлтмәксе.
Сергей Чиков.
Читайте нас: