Тәү күргәс тә мин уны Чапаевҡа оҡшаттым һәм ул күңелемдә шулай һаҡланып ҡалды. Имай-Ҡарамалы ауылынан Минеғазый Мәғәсүмов ине ул. Ә үткән йыл һабантуй яланында мин уны йәнә осраттым. Был юлы инде ул ҡатыны Зәмбиләне етәкләп, байрамда йөрөй ине.
Минеғазый Мәғәсүмов беҙҙең әүҙем подписчиктарыбыҙҙың береһе, юлы төшкәндә ул мотлаҡ редакцияға инә, хәл-әхүәл белешә. Ә үткән йыл уға бәхет йылмайҙы, подписчиктар араһында үткәрелгән бүләктәр уйнатыуҙа приз отто.