-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2020, 18:25

«Эй, ғүмерҙең алтын миҙгеле...»

Изге йола буйынса октябрҙең беренсе көнөндә беҙ Халыҡ-ара өлкәндәр көнөн билдәләйбеҙ. Өлкәндәр көнө – ул Аҡыл, Изгелек һәи Ихтирам көнө! Был көн – оло быуын вәкилдәренә уларҙың йәше тураһында ғына түгел, ә өлкәндәргә айырым мөнәсәбәт көнө булыуы хаҡында ла иҫтәренә төшөрөү. Был байрам бөтәбеҙгә лә өлкән быуынға беҙҙең яратыуыбыҙ, ихтирамыбыҙ һәм иғтибарыбыҙ кәрәклеген аңларға ярҙам итә.

Ошо уңайҙан ҡала һәм район предприяиелары, ойошмалары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре,мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары вәкилдәре пенсионерҙарҙы йорттарына барып байрам менән ҡотланы. Улар өлкән быуынға йөрәктәренең йылылығы, эшкә бағышлаған йылдары, йәш быуын менән бүлешкән тәжрибәләре өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Был көндә район Мәҙәниәт йортоноң ауылдарҙағы бөтә филиалдары ла ауыл хакимиәттәре менән берлектә өлкән йәштәгеләр өсөн байрам табындары ойошторҙо, бай, йөкмәткеле концерт программалары әҙерләне, уларға бүләктәр тапшырҙы. Айырыуса матур концерт номерҙары Александровка, Поляковка, Мәкәш, Ҡоръятмаҫ, Көрмәнкәй, Дүртөйлө, Сергиополь, Соколовка, Сапай, Ҡыҙрас ауылдарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгәйне. Уларҙың бөтәһендә лә «Эй, ғүмерҙең алтын миҙгеле...» тигән осрашыуҙар үтте. Өлкән йәштәгеләр уларҙа уйнаны, йырланы, бейене, йәшлектәрен иҫкә алды... Был көндә уларҙың барыһы ла үҙ исеменә бик күп йылы һүҙҙәр ишетте. Бөтәһе лә байрам сараларынан ҙур ҡәнәғәтлек, яҡшы кәйеф алып таралышты.
Читайте нас: