+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Октябрь 2020, 14:15

Ижад кешеләре ҡайҙа йыйыла?

Әлбиттә, музейҙа!

Әҙәбиәтте һөйөүселәр, ҡәләм тибрәтеүселәр, шиғриәтте үҙ итеүселәрҙең серҙәре уртаҡ, уй-маҡсаттары изге. Әхиәр Хәкимов музейы уларҙы берләштереүсе булып тора. Бында әҙәби ултырыштар үтә, ижади кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарыла. “Дим” әҙәби берекмәһенең сираттағы ултырышы көҙҙөң матур, сыуаҡ көндәренең береһендә йәнә музейҙа үтте. Берекмәнең өлкән быуын вәкилдәре шиғырҙарын уҡыны, киләсәккә уй-хыялдары менән уртаҡлашты.
Ә Асыҡ ишектәр көнөнә килеүселәр яҡташтарының ижады менән танышты, тәҡдим ителгән баҫмаларҙы ҡараны, яҙыусының ғүмер һәм ижад юлы тураһында күп мәғлүмәт тупланы.
Читайте нас: