Дәүләкән Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан 200-ҙән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған!
5 водитель эскән килеш руль артына ултырып эләккән!
3 кеше балалар йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәмәгән!
26 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән!
6 водитель ҡаршы юл һыҙатына сыҡҡан!
3 кеше водитель таныҡлығы булмаған килеш машина менән идара иткән!
2 водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән кеше руль артына ултырған!
1 кеше РФ КоАП-ның 5.35-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юлдарҙағы хәүефһеҙлек юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә бәйле булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ!
«Огибдд-Отдела-Мвд-России По--Давлекановскому-Району» төркөмө материалдарынан.