0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2020, 17:20

Өфөнөң иң көслө көрәшселәре асыҡланды

Өфөлә спорт профилендәге 5-се республика интернат-мәктәбе нигеҙендә 18 йәштән өлкәнерәктәр араһында «грэпплинг» спорт көрәше буйынса Бөтә Рәсәй турнирына команда һайлап алыуҙары менән бергә округ судьяларының семинары уҙҙы.

Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге сараның генераль партнеры булды.
«Грэпплинг» - спорт көрәше төрҙәренән йыйылған алымдарҙы үҙ эсенә ала. Шуға күрә, «грэпплинг» менән шөғөлләнеүсе көрәшсе дзюдо, хәрби самбо, ирекле һәм грек-рим көрәше техникаһын белә, тигән һүҙ. Бынан тыш, был көрәштә көс төп роль уйнамай, бында спортсының техникаһы беренсе планға сыға. «Грэпплинг» спорттың йәш төрө булыуға ҡарамаҫтан, донъяла ҙур популярлыҡ яулаған.
Иң яҡшы 80 спортсы (уларҙан 40 спортсы – Башҡортостандан, 40-ы – Волга буйы федераль округы субъекттарынан) округ йыйылма командаһына инде.
«Грэпплинг» - ул ҡыҙыҡлы һәм динамик көрәш, шуға күрә ярыштарҙа яңы уйынсылар, шул иҫәптән ҡыҙҙар ҙа йылдан-йыл күберәк ҡатнаша. Беҙҙең төбәктә 2011 йылдан алып был төрҙө ««Грэпплинг» спорт көрәше федерацияһы» төбәк физкультура-һауыҡтырыу ижтимағи ойошмаһы үҫтерә. 2011-2015 йылдарҙа балалар, үҫмерҙәр, йәштәр ҡатнашлығында биш бәйге уҙғарылған. 2016 йылда «грэпплинг» спорт көрәше дисциплиналары составына индерелде, ә тиҙҙән Олимпия спорт уйындары төрө буласаҡ.
Семинар сиктәрендә Волга буйы федераль округының 6 субъектынан 16 судья ҡатнашты, уларҙың 10-һы Рәсәй беренселегенең судьялар коллегияһы составына аккредитацияланды.
- Был судьялар семинары сиктәрендә һайлап алынған йыйылма команда октябрь башында Мәскәү өлкәһендә Бөтә Рәсәй ярыштарында үҙ төбәктәренең данын яҡланы, - тип хәбәр итте Башҡортостандың ««Грэпплинг» спорт көрәше федерацияһы» төбәк физкультура-һауыҡтырыу ижтимағи ойошмаһы директоры, Башҡортостанда Евразия халыҡтары ассамблеяһының спорт буйынса советы рәйесе урынбаҫары Ирек Мостафин.
Бөтә Рәсәй ярышында 1000-дән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Башҡортостан данын 62 кеше яҡлаған. Уларҙың 15-е төрлө дәрәжәләге миҙалдар яулаған. Дөйөм алғанда, республика көрәшселәре 3 алтын, 9 көмөш, 11 бронза миҙал менән бүләкләнгән.
Автор: Ример Насретдинов.
https://kiziltan.rbsmi.ru/articles/sport/Ufani-i-k-chle-k-r-shchel-re-achiklandi-485628/
Читайте нас: